

Күргәҙмәлә Рәсәй география йәмғиәте һәм Санкт-Петербург полярниктары Ассоцияцияһы ағзаһы Родион Светличныйҙың фотолары күрһәтелә.
Ул 2013 йылда «Pelagic Australis» яхтаһында Антарктида ярҙарына сәйәхәт итә. Сәйәхәт бер ай бара. Халыҡ-ара экспедиция сиктәредә экипаж Антарктиданың Горн моронона туҡтала. Экспедиция ағзалары өс поляр станцияһында була.
Тағы күргәҙмәлә авторҙың «Апостол Андрей» яхтаһында Төнъяҡ диңгеҙ юлы буйлап Нарьян-Марҙан Челюскин мороно аша Тиксиға тиклем сәйәхәт иткәндә төшөрөлгән фотоһүрәттәре урын алған.
Ағиҙелдә күргәҙмә ябылғас, фотоһүрәттәр Өфөлә асылған А. Альбанов исемендәге полярниктар музейында урын аласаҡ.