

21 майҙа музей залдарында 60-лап кеше булды.
Сара Һуғыш һәм хеҙмәт даны залында башланды. Был зал бер йыл элек асылғайны. Залдың ҙур өлөшөн Рәсәй Геройы Миңлегәли Шайморатовҡа бағышланған интерактив күргәҙмә биләй, унан тыш бында Ағиҙел ҡалаһы урынында булған Таҡталасыҡ һәм Иҫке Ҡабан ауылдарынан фронтҡа киткән ветерандарға бағышланған документтар бар. Быйыл «Атайсал» проекты ярҙамында Советтар Союзы Геройы Абдулла Шаһиев, Сталинград оборонаһында ҡатнашҡан Нәфисә Йыһангирова һәм башҡа ветерандарға бағышланған баннерҙар эленде. Музей хеҙмәткәрҙәре яңы экспонпт - патефон менән таныштырҙы. Уны музейға ваҡғытлыса Ағиҙелдә йәшәгән Татьяна Волхонская биргән.
Этнография залы быйыл иғлан ителгән Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы айҡанлы асылды. Бында Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән рус, башҡорт, татар, сыуаш, удмурт һәм мари халыҡтары мәҙәниәтенә бағышланған экспозициялар булдырылған.
Өсөнсө зал Ағиҙел ҡалаһы һәм БашАЭС тарихына бағышланған. Залдың бер өлөшөндә ауыл өйө күрһәтелгән – был ҡала урынында булған ауылдар халҡының көнкүрешен күрһәтә. Ҡалған экспозициялар беренсе төҙөүселәргә бағышланған.
Күргәҙмә залында ике оҫталыҡ дәресе үтте. Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Светлана Назарова йүкә ҡурсаҡтар – ҡотлоҡтар эшләргә өйрәтте. Күптән түгел музей хеҙмәткәрҙәре ойошторған «Вис-Вис» мари клубы ағзаһы Алефтина Сайтаева мари ҡатын-ҡыҙҙарының алъяпҡысын тегеү тураһында һөйләне. Гөлфирә Мәхмүтова кондитер, ә Лилиә Ғабдуллина һабын әйберҙәре күргәҙмәһен ойошторҙо.
Кисәне Лиана Хафизова, Гөлназ Хөснөтдинова, Елена Шигапова, Луиза Вәлиева концерт номерҙары менән биҙәне.