-5 °С
Болотло
Балалар биш төрлө номинацияларҙа сығыш яһаны: вокал-хор менән йырлау, бейеү, музыка ҡоралдарында уйнау, йырлап музыка ҡоралында уйнау һәм оригиналь жанр. Жюри егерменән артыҡ номерҙы ҡараны.
Гран-приҙы 5-се һанлы «Пин һәм Гвин» балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе биш йәшлек Мансур Сайфутдиаров яуланы. Ул «Минең менән йырла!» тип аталған йырҙы башҡарып, тамашасы һәм жюриҙы артислыҡ таланты менән таң ҡалдырҙы.