Ҡурай
+11 °С
Облачно

Ағиҙелдә күп ҡатлы йорттоң юбилейын билдәләнеләр

Беренсе төҙөүселәр урамындағы 1-се һанлы йорт быйыл 30 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 26 майҙа Күршеләр көнө менән бер юлы ағиҙелдәр ошо юбилейҙы да билдәләп үттеләр.

Ағиҙелдә күп ҡатлы йорттоң юбилейын билдәләнеләрАғиҙелдә күп ҡатлы йорттоң юбилейын билдәләнеләр
Ағиҙелдә күп ҡатлы йорттоң юбилейын билдәләнеләр

Был йортҡа беренсе йәшәүселәр 1992 йылдың апрелендә күсенә башлай. Бөгөн да йортта утыҙҙан артыҡ беренсе төҙөүселәр ғаиләһе йәшәй.

Байрамды ойоштороусылар:  ҡала советы депутаты Алена Әхтәмова, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ управлениһы, “Иҙел” мәҙәниәт йорто – ошо ғаиләләрҙе ҡотлап, концерт номерҙары, маҡтау ҡағыҙҙары һәм сувенирҙар - һыуытҡысҡа магниттар бүләк иттеләр.

Шулай уҡ йорт алдын төҙөкләндереүҙә ярҙам иткән кешеләрҙа лә билдәләп үттеләр. Был йортта төрлө һөнәр эйәләре йәшәй: уҡытыусы, режиссер, психолог, акушер, шәфҡәт туташы, эшҡыуар, инженер, прокурор, йәштәр менән эшләүсе белгес, хисапсы һәм башҡалар. Уларға ла хөрмәт күрһәтеп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар.

Тыуған көн менән ҡотлап, күршеләр, башҡа йорттар Советтары рәйестәре музыкаль һәм сәнғәт номерҙары бүләк иттеләр.

Хужабикәләр  оҫталыҡта көс һынашты. Улар торт, сәк-сәк, тәбикмәк, төрлө бәлештәр бешереп алып сығып, йорт алдында матур табын ҡорҙо. Ҡунаҡтар аштарҙы тәмләп ҡарап, иң оҫта бешереүсене билдәләне. Ул сәс-сәс оҫтаһы Рәүиә Сабир ҡыҙы булды, уға электр сәйнүге бүләк иттеләр.

Байрамда йортта йәшәүселәр генә түгел, бөтә ҡала халҡы ҡатнашты, тиергә лә була. Бындай саралар күрше-ара дуҫлыҡты нығытырға үтә лә ярҙам итә.  

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас