Ҡурай
+14 °С
Ясно

“Шафиҡова уҡыуҙары” ғилми-практик конфренцияһына йомғаҡ яһалды

Төрлө тарафтарҙан ебәрелгән  30-ҙан артыҡ уҡыусының эҙләнеү эше ҡаралды

“Шафиҡова уҡыуҙары” ғилми-практик конфренцияһына йомғаҡ яһалды“Шафиҡова уҡыуҙары” ғилми-практик конфренцияһына йомғаҡ яһалды
“Шафиҡова уҡыуҙары” ғилми-практик конфренцияһына йомғаҡ яһалды

Республика мәғарифты үҫтереү институты, Яңауыл районы мәғариф идаралығы, Яңауыл ҡалаһы 1-се мәктәп II Республика “Шафиҡова уҡыуҙары” ғилми-практик конфренцияһына йомғаҡ яһаны. Конференцияға өс номинация буйынса башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған 30-ҙан артыҡ уҡыусыныңэҙләнеү эше ҡабул ителде: “Кәүсәриә Шафиҡованың тормош юлы һәм ижады”, “К.Шафиҡова ижадында Тыуған ил,тәбиғәт темаһы”, Мәҙәни мираҫ йылына бағышланған эштәр. Шуларҙан  24 уҡыусы онлайн форматта конференцияла үҙ эшен яҡланы. Яңауыл районы Байғужа мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Фәсхетдинова Айгизә (етәксеһе Ибраһимова Л.М.), Яңы Уртауыл мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы ИбраһимоваҒәлиә (етәксеһе Әсәтова А.З.), Яңауыл ҡалаһы лицейының 5-се класс уҡыусыһы Миндейәрова Лилиана (етәксеһе Фаршатова Ә.Ә.),Тәтешле районы 2-се Юғары Тәтешле мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Агиева Зарина (етәксеһе Муллаярова Э.Р.), Мәсетле районы Яңы Яуыш мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Абдрахманов Илнур (етәксеһе Абдрахманова Г.М.), Иглин районы Меңйетәр мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Кәлимуллина Милена (етәксеһе Ғәлимйәнова Л.Н.) конференцияның еңеүселәре булып танылды.

- Конференцияла ҡатнашыусыларҙы уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотлайбыҙ, - ти жюри ағзаһы Әлфиә Фаршатова. – Үҙҙәре  билдәләүенсә, эҙләнеү эше уларҙың яңы белемдәрен байытҡан, үҙ аллылыҡ, яуаплылыҡ, коммуникативэшмәкәрлек сифаттары үҫешенә ярҙамиткән. Ғилми-практик конфренцияның ҡатнашыусыларына һәм етәкселәренә киләсәктәлә ижади уңыштар, яңы ҡыҙыҡлы проекттар тормошҡа ашырыуҙарын теләйбеҙ!

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас