

Сараның инициаторы һәм спонсоры – ҡала советы депутаты Әлфиә Грифленкова. Уға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Александр Алексеев һәм урындағы “Берҙәм Рәсәй” партияһы бүлексәһе ярҙам итте.
Ярыштарҙы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе ойошторҙо. Унда барлығы биш команда ҡатнашты, уларҙың дүртеһе – спорт мәктәбе командалары, берәүһе – күрше Яңы Ҡабан ауылынан.
Владимир Капачинский исемендәге кубокты спорт мәктәбенең “Спартак” командаһы яуланы. Икенсе урында Яңы Ҡабандың “Кама” командаһы булды, өсөнсөлә – спорт мәктәбенең “Зенит” командаһы.
Был турнир ҡала тарихын һәм уның беренсе төҙөүселәре тураһында хәтерҙе һаҡлауға бағышлана.