

“Савитар” балалар үҙәгендә 150 бала ял итә. Көн һайын улар өсөн мауыҡтырғыс саралар ойошторола, шулай уҡ патритик тәрбиә биреүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Сменаның беренсе көндәрендә үк балалар һабантуйы үткәрҙеләр, ҡала китапханаһында Рәсәй яҙыу көнөнә бағышланған экскурсияла ҡатнаштылар. Балалар менән тәжрибәле педагогтар Вячеслва Белков, Артур Ибраһимов, Валентина Спирина, Фәнисә Семёнушкина, Юлиә Ҡотлиева, Алһыу Ғәлләмова эшләй.
Башҡорт гимназияһы лагерында үткән ял көндәре лә балаларҙа яҡшы хәтирә булып ҡаласаҡ. Унда ике лагерь эшләй: “Йәйғор” ял итеү һәм “Бөркөт” хеҙмәт лагеры. “Йәйғор” лагерында балалар бер нисә төркөмгә бүленгән. Берәүҙәр юл ҡағиҙәләрен өйрәнә, икенселәр этномәҙәниәткә өҫтөнлөк бирә. Шулай уҡ экология, һөнәр һайлау һәм спорт йүнәлештәре бар.
Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 50 бала ял итә. Лагерь начальнигы Ләйсән Сәлимйәнова әйтеүенсә, балалар өсөн иң яҡшы ял – спорт менән шөғөлләнеү. Шуға лагерь асылған көндә үк бында төрлө спорт ярыштары үткәрҙеләр.
12 июндә – Рәсәй көнөндә – бөтә лагерҙарҙа ла “Рәсәй – беҙҙең тыуған ил” тип аталған тематик саралар үтәсәк.