Ҡурай
+21 °С
Облачно

Йәш депутат балалар өсөн байрам ойошторҙо

Ағиҙел ҡала Советының иң йәш депутаты Алексей Акименко Күршеләр байрамын ойошторҙо.

Йәш депутат балалар өсөн байрам ойошторҙоЙәш депутат балалар өсөн байрам ойошторҙо
Йәш депутат балалар өсөн байрам ойошторҙо

Күршеләр көнө  май аҙағында билдәләнһә лә, июнь башында уны үткәрергә бер нәмә лә ҡамасауламай, етмәһә, көндәр ҙә йылынп китте, балалар ҙа каникулға китте.

Алексей байрамды үткәреү өсөн бик күп спонсорҙар тапты һәм үҙенсәлекле концепция уйлап сығарҙы. Был байрамда тәмлекәстәрҙе аҡсаға һатып алып булмай ине, уларҙы конкурс һәм уйындарҙа ҡатнашҡан өсөн бирелгән “Ағиҙел бакстарына” ғына алып булды.

Уйындарҙы  Комсомол бульварындағы йорттар ингән округ  депутаты Любовь Холбан алып барҙы. Уға ирекмәндәр Влада Лебедева, Назар Айдуганов, Радим Гайнтдов, һәм Тимур Мусяков ярҙам итте.  Балалар уйындарҙа, конкурстарҙа  бик теләп ҡатнашып, "валюта" йыйҙы. Йыйған "бакстарына" улар шәкәр мамығы, һут, башҡа тәмлекәстәр һәм уйынсыҡтар алды.

Сараны музыкаль яҡтан Радик  Әхмәткәләмов   биҙәне. Шулай уҡ концерт номерҙары менән “Иҙел” мәҙәниәт йорто артисы Алһыу Хузина, һәм “Савитар” балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәгенең “Ынйы” бейеү ансамбле сығыш яһаны.

Байрамға килгән балалар һәм өлкәндәрҙе ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов сәләмләп, гел шулай күңелле сараларҙа әүҙем ҡатнашырға өндәне.  

Балалар өсөн уйындар тамаланғас, йәштәр өсөн күңелле дискотека уҙҙы.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас