Лагерҙа тематикаһы буйынса айырылған биш төркөм эшләй. Миҫалға, "Йәйләү" тип аталған төркөм башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм йолаларын өйрәнә.
Балалар өсөн иң көтөп алынған көн – һабантуй көнө булды. Уны йола буйынса бүләк йыйыу сараһынан башланылар. Инициатив төркөм йыйылған бүләктәрҙе ысын һабантуйҙағы кеүек, ҙур таяҡҡа бәйләп һәм биҙрәләргә йыйып барҙы. Бүләктәрҙе аҙаҡ уйындарҙа ҡатнашыусыларға тараттылар. Көрәш, ҡапсыҡ кейеп йүгереү, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, һыу тулы биҙрәләр менән йүгереү – был ярыштар бөтә балаларға ла таныш, һәм улар ысын күңелдән уларҙа ҡатнаштылар.
Бындай саралар балаларҙы халыҡ йолаларын өйрәнергә, уларҙы ихтирам итергә өйрәтә.