Ҡурай
+20 °С
Ясно

Шыршы урманында «партизан һуҡмаҡтары» буйлап

Ағиҙелдә туристик фестиваль үтте.  

Шыршы урманында «партизан һуҡмаҡтары» буйлапШыршы урманында «партизан һуҡмаҡтары» буйлап
Шыршы урманында «партизан һуҡмаҡтары» буйлап

Сараны йола буйынса физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге ойошторҙо. Унда дүрт команда ҡатнашты: ҡала хакимиёте, үҙәк китапхана, Йәштәр советы һәм «Әүҙем оҙон ғүмерлелек» клубы командалары.

Конкурстарҙа һәр команданан алтышар кеше еңеү өсөн көрәште. Беренсе конкурс команда менән таныштырыу булды. Ул Рәсәй  көнөнә арналды.

Икенсе конкурс «Ялан кухняһы» тип аталды. Унда һәр команданан ике кеше ҡатнашты. Бер сәғәт  эсендә улар үҙенсәлекле, тәмле һәм туҡлыҡлы аш әҙерләргә тейеш ине.

Өсөнсө конкурс «Партизан һуҡмаҡтары буйлап» тип аталды. Был конкурста команда ағзалары ун этаптан торған һынауҙар үтте, улар араһында тауға бау ярҙамында   күтәрелеү, һаҙлыҡты һәм «миналы» баҫыуҙы үтеү, санитар белемдәрен күрһәтеү, «партизан шифрын» сисеү һәм башҡалар.

Артабанғы конкурста иң яҡшы бивуакты билдәләнеләр. Был конкурса «Әүҙем оҙон ғүмерлелек» клубынан тәжрибәле апай һәм ағайҙар оҫталыҡ күрһәтте; улар урынлашҡан урын бөтә санитар һәм янғынға ҡаршы тороу нормаларына тура килә ине.

Аҙак туристар ижади конкурста көс һынашты. Бында китапхана командаһын берәү ҙә уҙҙыра алманы, уларҙың бейеүе бөтәһен дә хайран ҡалдырҙы.

Сарала ҡатнашыусылар бөтәһе лә дипломдар һәм бүләктәр менән бүләкләнде.

 Бындай саралар тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш һәм тыуған яҡты һөйөү тойғолары тәрбиәләй.

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас