Ҡурай
+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Ағиҙел Ҡала һәм Йәштәр көнөн билдәләне

Байрам саралары Апаиш яры буйында үтте.

Ағиҙел Ҡала һәм Йәштәр көнөн билдәләнеАғиҙел Ҡала һәм Йәштәр көнөн билдәләне
Ағиҙел Ҡала һәм Йәштәр көнөн билдәләне

Ағиҙелдә Ҡала көнөн билдәләүҙең үҙ йолалары бар. Сара пляжда үткәнлектән, дүртенсе йыл инде байрамды  ҡомдан эшләнгән фигуралар конкурсы аса. Быйыл конкурста 13 команда ҡатнашты. Һәр ҡомдан эшләнгән һын үҙенсәлеге һәм үҙ тарихы менән айырылып торҙо.

Ҡом фигураларын ҡарағандан һуң ҡунаҡтарҙы  «Ағиҙел сувениры» күргәҙмәһе ҡаршы алды. Унда ҡаланың оҫтабикәләре һәм һәләтле ир-аты үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрен күрһәтеп кенә ҡалманы, һата ла алды.

Байрамды асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов ағиҙелдәрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын байрам менән ҡотланы һәм лайыҡлы кешеләргә маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Бүләкләү сараһында Дәүләт Думаһы депутаты, паралимпиясылар араһында күп тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы, 18 тапҡыр донъя рекордсмены Рима Баталова ла ҡатнашты. Концерт программаһын Яңауыл һәм Нефтекама артистары  башлап ебәрҙе, аҙаҡ «Иҙел» мәҙәниәт йорто артистары дауам итте.

Төштән һуң Йәштәр көнөнә бағышланған саралар дауам итте. Быйыл икенсе тапҡыр «Плов-фест» хәйриә фестивале үтте. Унда быйыл 11 команда ҡатнашты, шул иҫәптән Краснокама районы Йәштәр советы һәм Нефтекама эшҡыуары булды. Фестивалдә йыйылған аҡса Ағиҙелдә йәшәгән Альбина Ялаловаға дауаланыуға тапшырылды.

Һабантуй программаһында бейек үксәле туфли кейеп йүгереү, көрәш, волейбол, армрестлинг, мас-рестлинг, гер күтәреү буйынса ярыштар үтте.

Киске программала Башҡортостандың танылған артистары Фәдис Ғәниев менән Лилиә Биктимирова концерты булды, аҙаҡ сәхәнә сығышын Ижау ҡалаһынан «Шпроттар» кавер-группаһы дауам итте. Байрам лазерлы шоу һәм салют менән тамамланды.

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас