

Колледжды дүрт төркөм тамамланы. Беренсе булып сәхнәгә буласаҡ газ өлкәһендәге белгестәр күтәрелде. Был төркөмдә ябай студенттар уҡымаған, араһында көрәш буйынса республика һәм Рәсәй чемпионаттары призеры, "Йәшлек" бейеү ансамбле ағзаһы, мотоциклда ярышыусылар, волейболсы һәм баскетболсылар бар.
Алҡыштар менән беренсе төркөмдө оҙатҡандан һуң диплом алыу өсөн киләсәк электриктар сәхнәгә күтәрелде. Улар араһында да йырсылар, рәссамдар, көрәшселәр, WorldSkills конкурсында ҡатнашыусылар бар.
Аҙаҡ цифрлы мәғлүмәт эшкәртеүсе белгестәр һәм автомеханиктарға дипломдар тапшырҙылар.
Быйыл ете студент уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланы. Йәш белгестәргә изге теләктәр менән ҡала хакимиәте башлағының беренсе урынбаҫары Илүс Ялашев һәм филиал директоры Хәлил Әбүбәрекеров сығыш яһаны.