Ҡурай
+7 °С
Облачно

Ағиҙелдә «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ» өсөн миҙалы менән Ғәлеевтар ғаиләһен бүләкләнеләр

Тантаналы сара ҡаланың Үҙәк китапханаһында 8 июлдә үтте.

Ағиҙелдә «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ» өсөн миҙалы менән Ғәлеевтар ғаиләһен бүләкләнеләрАғиҙелдә «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ» өсөн миҙалы менән Ғәлеевтар ғаиләһен бүләкләнеләр
Ағиҙелдә «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ» өсөн миҙалы менән Ғәлеевтар ғаиләһен бүләкләнеләр

Мансур Әхмәдулла улы менән Зөлфиә Борханхаҡ ҡыҙы 48 йыл бергә ғүмер итә. Улар Ағиҙелдә 1998 йылдан бирле йәшәй. Мансур Әхмәдулла улы  Ағиҙел ҡала судының рәйесе булып эшләгән. Зөлфиә Борханхаҡ ҡыҙы татар теле һәм башланғыс кластар уҡытҡан. Бөгөн улар хаҡлы ялда. Татыу ғаилә өс ул тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән улдары  Венер – шәхси эшҡыуар, урта улдары Илнур – «НефАЗ» заводында инженер-конструктор, кесе Ринат – Яңауылда мировой судья булып эшләй. Ғәлеевтарҙың алты ейәне бар, иң өлкәненә – 21 йәш, кесеһенә – ете.

Ғәлеевтар – тырыш, татыу ғаилә, улар Ағиҙел халҡы алдында хөрмәт яулаған, йәш быуынға үрнәк булып тора.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас