Ҡурай
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ағиҙелдә Халыҡ-ара шахмат көнөн билдәләнеләр

20 июлдә Халыҡ-ара шахмат көнө билдәләнә. Был көндә Ағиҙелдең спорт-ял итеү үҙәгендә шахмат буйынса ҡала беренселеге үтте.

Ағиҙелдә Халыҡ-ара шахмат көнөн билдәләнеләр
Ағиҙелдә Халыҡ-ара шахмат көнөн билдәләнеләр

Сараны Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәрбе тренеры Светлана Яхина физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге ярҙамында ойошторҙо.

Турнир түңәрәк симтемаһы буйынса үтте. Унда ҡатнашыусыларҙы өс категорияға бүлделәр: ҡыҙҙар, малайҙар һәм өлкәндәр.

Турнирҙа ҡатнашҡан балаларҙың күбеһе 1-се мәктәптә эшләп килгән "Үҫеш нөктәһе" үҙәгендә шахмат түңәрәгендә педагог Светлана Яхина етәкселегендә шөғөлләнә. Ҡыҙҙар араһында призлы урындарҙы Әминә Бадакшина, Оксана Типиева һәм Әминә Ғабитова яуланы. Малайҙар араһында Макар Муллаев, Григорий Белов һәм Сыңғыҙ Ғатауллин   иң көслө шахматсы булды.

Өлкәндәр араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ –  Нефтекама шахматсыһы Айгөл Рәхимова бар ине. Ул аҙаҡҡа тиклем көрәште, әммә призлы урын яулай алманы. Уға еңеүгә ынтылыш өсөн махсус бүләк тапшырҙылар.

Өлкәндәр араһында өсөнсө урынды Ағиҙелдән Рәйес Ғабдрахманов яуланы. Икенсе урында Нефтекаманан Ришат Минниғәлиев булды. Еңеүҙе 16 йәшлек Эльдар Сәғиров яуланы. Ул турнирға Куяндан килгән, ә үҙе Коми республикаһында Усинск ҡалаһында йәшәй. Светлана Яхина  уның беренсе тренеры булған икән. Эльдар һөйләүенсә, ул үҙ республикаһында байтаҡ турнирҙарҙа еңеү яуларға етешкән. Ул Светлана Ғата ҡыҙына шахматҡа һөйөү тәрбиәләгән өсөн ҙур рәхмәтен белдерҙе.

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас