Ҡурай
+26 °С
Облачно

Ағиҙелдә «Мәҙәни шәмбе» үтте

15 июлдән башлап 17 июлгә тиклем Рәсәйҙә «Мәҙәни шәмбе. Балаларға – Рәсәй халыҡтары бейеүҙәре” акцияһы үтте.  Был сараға Ағиҙел дә ҡушылды.

Ағиҙелдә «Мәҙәни шәмбе» үттеАғиҙелдә «Мәҙәни шәмбе» үтте
Ағиҙелдә «Мәҙәни шәмбе» үтте

“Мәҙәни шәмбе” ҡала үҙәк китапханаһында үтте.

Китапхана алдындағы майҙансыҡта “Иҙел” мәҙәниәт йорто директоры, “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Юнир Нуғаманов бейеү буйынса оҫталыҡ класы үткәрҙе. Ул төрлө халыҡ бейеүҙәренең элементтарын күрһәтеп, балаларҙы бейергә өйрәтте.

Китапхана шиғриәт минутын ойошторҙо. Унда башҡорт, мари, рус телендә шиғырҙар уҡып ишеттерҙеләр.

Аҙаҡ балаларҙы сәнғәт майҙансығына саҡырҙылар. Бында Балалар сәнғәт мәктәбе педагогтары Ирина Вадяскина, Айҙар Хисамов һәм Олеся Сибәғәтова скульптура, комьютер графикаһы һәм һынлы сәнғәт буйынса оҫталыҡ кластары үткәрҙе.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас