Был программаны Рәсәй Федерацияһының мөғариф министрлығы менән төҙөлөш министрлығы берлектә тормошҡа ашыра. Бөтә региондарҙа ла мәктәптәр ремонтлана. Башҡортостанда 2022-2023 йылдарҙа 103 мәктәп бинаһы ремонтланасаҡ.
Ағиҙел мәктәбен ремонтлау өсөн 57 миллион һумлыҡ контакттар төҙөлгән. Беренсе, иң ҡиммәтле контракт бина эсендәге эштәрҙе башҡарыуға төҙөлгән. Һәр кабинет һәм коридорҙарҙа стеналар ремонтланасаҡ, тәҙрәләр, ишектәр, линолеум алыштырылсаҡ. Мәктәптең түбәһе өр-яңынан ябыласак. Бина тышҡы яҡтан йылытылып, көпләү эштәре башҡарыласаҡ. Фасад аҡ һәм зәңгәр төҫтә буласаҡ.
Ремонт барышын ҡала хакимиет контролдә тота. Ул 2013 йылдың авгусында тамамланырға тейеш.