

Бында 2020 йылда "Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса төҙөкләндереү эштәре башҡарылғайны. Газон тротуарҙан бейек булғанлыҡтан, проект буйынса, тупраҡтың өҫкө, иң уңдырышлы ҡатламын алдылар. Проектҡа ярашты туя, артыш, гортензия ҡыуаҡтарын ултырртылар. Сәскә ултыртыуҙы йортта йәшәгән пенсионер ҡатындар үҙ өҫтәренә алды. Надежда Васильева, Татьяна Аппакова, Сәүиә Зәйнуллина, Роза Троян, Зәйтүнә Йәнгирова, Гөлфиә Камалетдинова һәм йорт алдын йыйышырыусы Алина Ғайсина сәскә үҫтереүгә бөтә көстәрен бирә. Унда үҫкән сәскәләр сорттарын һанап бөтөтөрлөк түгел.
Тулыраҡ ошо материалда уҡығыҙ.