

Сарала иң тәүәккәл ете ғаилә пары ҡатнашты. Ирҙәр күберәк ҡатындарын арҡаларына һалып йүгерҙе. Уларға башҡорт милли баш кейеме – бүрек кейҙерҙеләр, ҡатындарға хәүефһһеҙлек маҡсанынан каска бирҙеләр.
Ярыш бер нисә этаптан торҙо. Башта ир елкәһендә булған ҡатын биш конусты бер урындан алып, икенсе урынға күсерергә тейеш ине. Икенсе этапта ир футбол тубын бормалы юлдан йөрөттө. Өсөнсө этапта ҡатындар дартс атып, мәргәнлеген күрһәтергә тейеш ине. Аҙаҡ тиҙ генә иргә бер банан таҙартып ашатты. Финишҡа ирҙәр банан сәйнәй-сәйнәй йүгерҙе.
Һөҙөмтәлә иң етеҙ пар тип Альбина һәм Михаил Дунаевтар танылды, Михаил “Ағиҙел батыры” исеменә лайыҡ булды.