Ҡурай
+9 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
25 Августа 2022, 09:16

Ағиҙел Бөтә Рәсәй конкурсында еңде

Ағиҙел  кесе ҡалалар һәм тарихи ултыраҡтарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың VI Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы.

Ағиҙел Бөтә Рәсәй конкурсында еңдеАғиҙел Бөтә Рәсәй конкурсында еңде
Ағиҙел Бөтә Рәсәй конкурсында еңде

18-19 августа Тамбов ҡалаһында кесе ҡалалар һәм тарихи ултыраҡтар форумы менән бергә “Йәшәү өсөн мөхит” форумы ла ойошторолдо. Унда кесе ҡалалар һәм тарихи ултыраҡтарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың VI Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәрҙе атанылар.

2022 йылда Башҡортостандан дүрт ҡала еңеүсе тип танылды: Ағиҙел ҡалаһы, “Инештән бөгөнгө заманға – Апаиш буйын тергеҙеү” проекты; Дүртөйлө ҡалаһы, “Дүртөйлө ҡалаһы. Башҡортостандың йылға ҡапҡаһы” проекты; Ишембай ҡалаһы, “Ишембай ҡалаһының йөрәге – үҙәк паркты тергеҙеү” проекты; Яңауыл ҡалаһы, “Кесе ҡала мәҙәниәте: Яңауылдың үҙәген әүҙемләштереү проекты”.

Ағиҙел ҡалаһы был конкурса икенсе тапҡыр ҡатнаша. 2020 йылда ул “Ағиҙел тулҡындары” проекты менән еңеү яуланы. Проект буйынса ҡаланың үҙәге төҙөкләндерелде. Быйылғы проектты үҙләштәрү өсөн ҡала 70 миллион һум аласаҡ. Ҡала пляжында төҙөлөш эштәре 2023 йылда башланасаҡ.

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас