Ҡурай
+22 °С
Ясно
Республика яңылыҡтары
30 Августа 2022, 02:53

Барбер «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһына ҡушылды

Ул малайҙарға заманса прическалар эшләй

Барбер «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһына ҡушылдыБарбер «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһына ҡушылды
Барбер «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһына ҡушылды

Әле «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы бара.

Республикабыҙҙа йыл һайын ойошторолған был сара август аҙағына тиклем дауам итәсәк. Уның маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү, балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләү.

Был акцияға Яңауылдан Динар Хөснуллин да ҡушылды. Ул малайҙарҙың сәсен ҡырҡа.  

Акцияға ҡушылырға әле лә һуң түгел: кәнсә тауарҙары, дәфтәрҙәр, һүрәт төшөрөү өсөн кәрәк-яраҡтар, балалар ижады өсөн йыйылмалар яңы килеш ҡабул ителә; портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт – яңы йәки һәйбәт торошта.

Сараға йомғаҡ сентябрь башында яһаласаҡ. Акцияла иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың исемлеге Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, семьярб.рф ғаилә порталында урынлаштырыласаҡ.

 Фото Рөстәм Санговтыҡы.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас