

Август башында спорт министрлығы Физкультурниктар көнөнә бағышланған фотоконкурс иғлан иткәйне. Алинаның әсәһе – Ағиҙел ҡалаһы физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Алена Әхтәмова ошо конкурсҡа ҡыҙының фотоһын ебәргән. Фото 514 тауыш йыйған һәм Алина ғаиләһе менән футбол матчына барыу мөмкинлеген яулаған.
“Ағиҙелдән Алинә Әхтәмова спорт бейеүҙәре менән шөғөлләнә. Бөгөн матчҡа ғаиләһе менән килде. Ҡыҙ был стадионда беренсе тапҡыр, һәм уның һүҙҙәренсә, ул бик тә бәхетле. Иң мөһиме – теләк булһын, ә бында Башҡортостандың теләһә ниндәй мөйөшөнән килергә була. Был ысын мәғәнәһендә ғаилә байрамы”, - тип яҙҙы министр социаль селтәрҙәрҙә.
Алинаның әсәһе һөйләүенсә, ҡыҙҙан БСТ каналы интервью алған, шулай уҡ ул күп тапҡыр донъя чемпионы Рима Баталова менән танышҡан.