

Үткән шәмбелә «Ағиҙел-Әшит» еңел атлетика ярышы һәм «10 000 аҙым» акцияһы менән бер рәттән ҡала майҙанында «Һалдатҡа посылка» хәйриә акцияһы ла үтте.
Акцияла йөҙәрләгән Ағиҙел халҡы ҡатнашты. Улар кейем-һалым, дарыуҙар, шәхси гигиена нәмәләре, таҫтамалдар, фонарҙар, батарейкалар һәм башҡа кәрә-яраҡ ялып килделәр. Барлығы алтмыштан артыҡ коробка йыйылды. Уларҙы Өфөгә, «Берҙәм Рәсәй» партияһы ойошторған посылкадар ҡабул итеү пунҡтына алып киттеләр.
Ағиҙелдә М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабында 35 кеше иҫәпләнә, улар мобилизацияланған һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам итә.