Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
11 Октябрь 2022, 12:56

Ағиҙелдә Республика көнөн билдәләнеләр

10 октябрҙә «Ағиҙел» спорт-ял итеү үҙәгендә урынлашҡан «Иҙел» мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Республика көнөн билдәләнеләр.

Ағиҙелдә Республика көнөн билдәләнеләр
Ағиҙелдә Республика көнөн билдәләнеләр

Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестицион политика министры урынбаҫары Марат Исламов, Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов, Ағиҙел депутаттар Совете рәйесе Рәсимә Синева ҡатнашты. Улар Ағиҙел халҡын байрам менән ҡотлап, иң лайыҡлыларға Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Сарала «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнашыусыларҙы ла билдәләп үттеләр. Ҡала Советы депутаты Руслан Халитов шағирә Рәмзинә Йәмилова-Тимированың китабын сығарыуға ҙур өлөш индергән, был кисәлә ул авторҙы  китабы нәшер ителеүе менән ҡотланы һәм яңы китапты бүләк итте.

Танталаны салара Рәсәй Федерацияһының йәш граждандарын ла ҡотланылар – ете ҡыҙ һәм егеткә беренсе паспорттарын тапшырҙылар.

Концерт программаһын  «Иҙел» мәҙәниәт йорто артистары күрһәтте.

Тулы мәғлүмәт бында: ogni-agideli.ru

 

 

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас