Ҡурай
+19 °С
Ясно
Республика яңылыҡтары
13 Октября 2022, 15:07

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте

Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Ағиҙел филиалы педагогы Илсур Ғабиҙуллин "Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы" знагына лайыҡ булды.

Хеҙмәтенә күрә -  хөрмәтеХеҙмәтенә күрә -  хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте

Педагог Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы хеҙмәткәрҙәре араһында һайлау үткән.

Илсур Афтах улы Ағиҙелдә 1994 йылдан бирле эшләй: башта 146-сы лицейҙа, аҙаҡ колледжда. Ике тиҫтә йыл инде ул студенттарҙың "Варяг" хәрби-патриотик клубын етәкләй. Клуб Бөтә Рәсәй һәм республика конкурс  һәм ярыштарында даими рәүештә призлы урындар яулап тора.

- Көндәлек эшеңде еренә еткереп эшләһәң, уңышҡа ирешеп була, - ти педагог.  

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас