+14 °С
Ясно


Электростанцияларҙы сафҡа индереү церемонияһы тура эфирҙа үтте. Форумда видеобәйләнеш буйынса Ағиҙел ҡалаһы ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов ҡатнашты. Ул был объектта 16 кеше эшләгәнен, ҡала бюджетына 2 млн һум һалым киләсәген һөйләне. Был проектҡа барлығы 1 млрд һум инвестиция бирелгән.
Ағиҙел электростанцияларын республика ҡояш электростанцияларының баш инженеры Рамил Тимиров рәсми рәүештә сафҡа индерҙе.