Ҡурай
+7 °С
Ясно

Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ

Балалар баҡсаһында шәжәрә байрамы үтте

Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫТамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ
Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ

Яңауылдың 14-се  «Дюймовочка» балалар баҡсаһында шәжәрә байрамы үтте. Унда төрлө милләт ғаиләләре үҙ нәҫеле менән таныштырҙы, күргәҙмәгә нәҫел ептәрен теҙеп шәжәрәһен ҡуйҙы, ҡунаҡтарға концерт номерҙарын бүләк итте. Шәжәрә байрамын кескәйҙәр йыр-моң менән башлап ебәрҙе. Килгән ҡунаҡтарға милли кейемдә сығыш яһаған балаларҙың һәр береһе үҙ һәләтен күрһәтте.

Был сараны тәрбиәселәр Гөлшат Аҫылаева, Әлиә Лотфуллина, музыка етәксеһе Светлана Кәлиуллиналар әҙерләне.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас