Ҡурай
+19 °С
Ясно

Ағиҙел спортсылары Яңауылда еңеү яуланы

Яңауыл ҡалаһының "Юность" физкультура һәм спорт учреждениеһының асыҡ беренселегендә Ағиҙел спортсылары бер нисә миҙал яулап ҡайтты.

Ағиҙел спортсылары Яңауылда еңеү яуланыАғиҙел спортсылары Яңауылда еңеү яуланы
Ағиҙел спортсылары Яңауылда еңеү яуланы

Ярыштарҙа барлығы 60 кеше ҡатнашты. Спортсылар 200 һәм 300 метрға йүгерҙе.200 метр дистанцияһында Әнүәр Рәхимов менән Ирина Султанова беренсе урын яуланы. Динар Хайртдинов 300 метр дистанцияһында икенсе килде. Иң кесе төркөм ярышында  Ралина Нәбиева өсөнсө килде.

Камил Рәхимов менән Милена Хайртдинова финишҡа дүртенсе һәм бишенсе булып килделәр.

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас