Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
7 Ноябрь 2022, 20:25

Ағиҙелдә илһөйәрлеккә бағышланған балалар йыр конкурсы үтте

Көҙгө каникулдар көндәрендә "Савитар" балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәгендә балалар тауышы тынып торманы. Бында патриоттарға бағышланған "Вокаль марафон" үтте.

Ағиҙелдә илһөйәрлеккә бағышланған балалар йыр конкурсы үтте
Ағиҙелдә илһөйәрлеккә бағышланған балалар йыр конкурсы үтте

Конкурс бер нисә номинацияла үтте, унда балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәрҙән башлап уртансы кластар уҡыусыларына тиклем көс һынашты. Рус, татар, башҡорт телендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдары, хәҙерге эстрада, халыҡ йырҙары, саундтректар яңғыраны. Еңеүселәр дипломдар менән бүләкләнде.

Әммә, мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Шурупова билдәләүенсә, бындай сарала еңелеүсе булмай, сөнки уға әҙерлек барғанда уҡ балаларҙа илһөйәрлек, Ватан геройҙары менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләнә.

 

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас