Ҡурай
+19 °С
Дождь

Хөрмәт менән лайыҡлы ялға оҙаттылар

Ағиҙел ҡалаһындағы Тыныслыҡ урамындағы 12-се йортта йәшәүселәр йыйыштырыусыны хөрмәт менән лайыҡлы ялға оҙаттылар.

Хөрмәт менән лайыҡлы ялға оҙаттыларХөрмәт менән лайыҡлы ялға оҙаттылар
Хөрмәт менән лайыҡлы ялға оҙаттылар

Рәсимә Чужекова был йортто 10 йылдан артыҡ йыйыштыра. Ул подъездарҙы ла йыуа, ихатаны ла таҙарта. Йорт Советы рәйесе Винер Шафиков йыйыштырыусыға бөтә йортта йәшәүселәр исеменән рәхмәт белдерҙе. Рәсимә апай пенсияға китәсәген әйткәс, уға байрам ойошторорға булғандар. Бүләккә бергәләп аҡса йыйғандар, был сараға ҡала Советы депутаты Әлфиә Дәүләтова ла ҡушылған. Йорт ихатахында самауыр ҡайнатып, бергәләп сәй эсеп, гармун көйөнә йырлап-бейеп Рәсимә апай менән хушлаштылар.

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас