Ҡурай
+19 °С
Облачно

Шыршы урманында – Һаулыҡ һуҡмағы

Ағиҙелдә  "Тере ҡала" инициативалы кешеләр ойошмаһы күптән инде  шыршы урманында Һаулыҡ һуҡмағы эшләргә хыяллана. Шыршы урманы - саф һауа һөйөүселәрҙең яратҡан урыны. Ҡыш көндәрендә бында саңғыла шыуалар, йәйҙәрен йәйәүләп, йәки велосипедта йөрөйҙәр.

Шыршы урманында – Һаулыҡ һуҡмағыШыршы урманында – Һаулыҡ һуҡмағы
Шыршы урманында – Һаулыҡ һуҡмағы

Бында дүрт зона:  медитация урыны, тәбиғәт менән бәйләнеш зонаһы – ҡырағай ҡоштарҙы ашатыу, ял һәм спорт зоналары буласаҡ.  Урманда заманса  мөхит булдырыү өсөн аҡсалата күп сығымдар кәрәк. Шуға ла  ағиҙелдәр Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашырға булдылар.

Быйыл көҙ бер нисә тапҡыр субботник үткәреп, Һуҡмаҡ урынын иҫке ағас ботаҡтарынан, сүптән таҙарттылар. Йығылған ағастарҙан эскәмйә эшләп тә ҡуйҙылар.  

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас