Ҡурай
+10 °С
Ясно

Ағиҙелдә шайморатовсыларға йыр бағышланылар

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға Ағиҙелдә йәшәгән Руслан Шөғәйепов йыр бағышланы.

Ағиҙелдә шайморатовсыларға йыр бағышланыларАғиҙелдә шайморатовсыларға йыр бағышланылар
Ағиҙелдә шайморатовсыларға йыр бағышланылар

Йырҙың премьераһы «Иҙел» мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә бағышланған концертта булды. Уны «Ағиҙел бөркөттәре» ансамбле «Зоренька» рус халыҡ ансамбленең кесе төркөмө менән башҡарҙы.

Йырға клип эшләүҙә бер нисә кеше ҡатнашты. Азат Тухватуллин баянда уйнап, аранжировканы эшләне, Юнир Ноғаманов ҡурайҙа уйнаны, видеоға Вячеслав Белков төшөрҙө, вокалды Радик Әхмәткәләмов яҙҙырҙы, видеомонтаж режисеры – Илнур Шәүәлиев. Клипты эшләүсе төркөм «Атайсал» проектына һәм унда ҡатнашҡан битараф булмаған ағиҙелдәргә рәхмәтле.

Йырҙың авторы Руслан Шөғәйепов – «Савитар» балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәге директоры, ҡала Советы депутаты, Атайҙар Советы рәйесе. Уның егерменән артыҡ йыры бар. Бер нисәһенә клип төшөрөлгән.

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас