

Алтынсы класста уҡыған 30 бала «шайморатовсы» булды. Тантаналы сарала ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов, ҡаланың Афғанстан ветерандары Совете рәйесе Винер Фатихов ҡанташты. Фәнис Яфас улы балаларҙы тормоштарындағы беренсе ҙур аҙым менән ҡотлап, «шайморатовсылар » значоктарын тапшырҙы, ә Винер Әнәс улы кластың командирына 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы копияһын тапшырҙы.
Уҡыусылар «шайморатовсы» антын бирҙеләр, гимн булған «Шайморатов генерал» йырын башҡарҙылар.
Тантаналы сараны «Иҙел» мәҙәниәт йорто артистары концерт номерҙары менән биҙәне.