Ҡурай
+27 °С
Облачно

Ағиҙел уҡыусыларының шиғырҙары “Аҡбуҙат” журналында баҫылды

Үҙҙәренең шиғри һәләттәрен башҡорт гимназияһы уҡыусылары сентябрь айында Бөтә донъя башҡотттар ҡоролтайы үткәргән “Ижади майҙан” сараһында күрһәтте.

Ағиҙел уҡыусыларының шиғырҙары “Аҡбуҙат” журналында баҫылдыАғиҙел уҡыусыларының шиғырҙары “Аҡбуҙат” журналында баҫылды
Ағиҙел уҡыусыларының шиғырҙары “Аҡбуҙат” журналында баҫылды

Ул ваҡытта гимназияла ҡунаҡта “Аҡбуҙат” журналылың баш мөхәррире Лариса Абдуллина булды. 4 класс уҡыусылары ҡунаҡтарға шиғырҙар уҡып, һүрәттәр конкурсында ҡатнашты. Уйын формаһында балалар башҡорт теле буйынса яҡшы белемдәрен күрһәттеләр. Ҡунаҡтар “алма” һәм “ял” һүҙҙәре менән дүрт юллыҡ шиғыр яҙырға тәҡдим иттеләр. Лариса Хашим ҡыҙы  Нурия Минғолова, Рузил Усманов һәм Әминә Тураеваның шиғырҙарына юғары баһа  һәм “Аҡбуҙат” журналында баҫтырырға һүҙ бирҙе.

Ошо көндәрҙә уҡыусыларҙың класс етәксеһе Гөлназ Ғәлеева шиғырҙарҙың журналда баҫтырылғанын хәбәр итте. Йәш шағирҙарҙы ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас