+3 °С
Облачно


Был акцияны Башҡорт гимназияһының 4 класс уҡыусылары класс етәкселәре Гөлназ Ғәлеева һәм ата-әсәләре ярҙамында үткәрҙе.
- Аҡ таҫма кешеләргә мохтаждарға ярҙам итергә кәрәк икәнде хәтерләтеп тора. Рәсәйҙә элек-электән аҡ төҫ шәфҡәтлелек һәм юғары намыҫлылыҡты аңлата. Донъялала бөтә изге эштәр аҡ төҫ менән үтә. Аҡ таҫмалар – беҙҙең ярҙамға килергә әҙерлегебеҙҙе аңлата, - тине йәш ирекмәндәр.
Улар ата-әсәләр ярҙамында фотозона эшләп, теләгән кешеләрҙе аҡ таҫма менән фотоға төшөрөп, акция тураһында мәғлүмәт бирҙеләр.