Ҡурай
+7 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
4 Декабря 2022, 08:42

Ағиҙелдә инклюзия фестивале үтте

 3 декабрҙә Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә. Ошо дата айҡанлы Аҙиҙелдә  «Йондоҙҙар ҡабыҙабыҙ» тип исемләнгән ҡаланың беренсе асыҡ инклюзия фестивале үтте.

Ағиҙелдә инклюзия фестивале үттеАғиҙелдә инклюзия фестивале үтте
Ағиҙелдә инклюзия фестивале үтте

Фестиваль башланыр алдынан «Ағиҙел» спорт-ял итеү үҙәге фойеһында төрлө оҫталыҡ кластары үтте, медицина хеҙмәткәрҙәре, психологтар, социаль хеҙмәткәрҙәр консультациялар үткәрҙе.

Концертта инвалид балалар үҙҙәре генә лә, ата-әсәләре менән дә сығыш яһаны. Улар йырланы, бейене, шиғыр һөйләне. Өлкәндәр ҙә бейеү һәм шиғыр һөйләү номерҙарын күрһәтте. Сарала ҡатнашҡан бөтә артистар ҙа спонсорҙарҙан бүләктәр алды.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас