+16 °С
Дождь


Был ҡоралды йәмәғәт эшмәкәре, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова алырға ярҙам иткән.
«Шоудаун »– һуҡырҙар өсөн уйын. Ул өҫтәл теннисы менән аэрохоккейҙы берләштергән. Был уйынды теләгән кеше уйнай ала, тик күҙҙе ҡапларға кәрәк. Бер уйнаусы шарҙы өҫтәл буйлап тәгәрәтә, икенсе уйнаусы уны тауыш буйынса табып, үҙ ҡапҡаһына индермәҫкә тырыша.
«Шоудан» «Ағиҙел» спорт-ял итеү үҙәгенең өсөнсө ҡатында тора.
Ағиҙел егеттәре был уйынды һынап ҡараны инде. Руслан Миннуллин менән Радик Ғаязов Өфөгә барып, инвалидтар араһында республика ярышында көс һынап ҡайтты.