Кисә, 8 декабрьҙә, Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең V съезы үтте. Унда республикабыҙҙан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән – Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Татарстандан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм Сочиҙан, Үзбәкстандан барлығы 200-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.
Яңауылдан был сарала ойошманың район бүлексәһе етәксеһе Гөлнара Вәлиева ла ҡатнашты һәм эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Уға ойошманың иң әүҙем ағзаларының береһенә булараҡ Почет грамотаһы тапшырылды.
Съезд йомғаҡтары буйынса 65 кеше йәмғиәт советының яңы составына инде. Унда Гөлнара Ҡәүей ҡыҙы ла бар.
Фотоларҙы Г. Вәлиева бирҙе.