

10 декабрҙә Краснокама районының Яңы Ҡайынлыҡ ауылында урындағы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре "Ҡаҙ ҡаурыйы байрамы"н ойошторҙо.
“Ҡаҙ өмәһе” – башҡорт йәки татар ғаиләһендә мөһим ваҡиға булып тора. Был аралашыу, күңел асыу. Көҙ аҙағында, ғәҙәттә боҙ туңыу менән, ауыл халҡы тарафынан бергәләп ҡаҙ итен, ҡаурыйын һәм йөнөн эшкәртеү үткәрелгән. Күршеләр һәм туғандар ҡаҙ йолҡоуҙа үҙ-ара ярышҡан. Был көндө йола буйынса ҡаҙ ите һәм ҡыҙға бирнәлеккә барасаҡ мендәрҙәргә мамыҡ әҙерләйҙәр. Байрам ваҡытында кис ултырыу ойошторалар, аралашалар һәм йырҙар йырлайҙар.
Яңы Ҡайынлыҡ ауылында ҡаҙ йолҡоу иртә таңдан башланып, кискә тиклем дауам итте. Ҡаҙҙарҙы һуйғандан һуң, уларҙы йолҡалар – был күп көс талап иткән эш. Киләһе эш – ул йыуыу. Артабан ҡаҙ түшкәләрен Танып йылғаһына йыуырға алып барҙылар.
- Тәү ҡарашҡа был эш бик ауыр кеүек. Әммә барыһы ла тиҙ эшләнә. Байрам матур һәм күңелле үтте, бөтәһе лә йырланы һәм бейене. Һеҙҙе киләһе йылға ла саҡырабыҙ, тыныс күк йөҙө булһын, хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙ иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтһын. Барыһын да шулай уҡ матур итеп ойошторорбоҙ, - тине байрам хужалары Мөхәсимовтар.