Республика яңылыҡтары
17 Декабря 2022, 11:46

«Ҡараш» – мәктәп телестудияларының республика фестивалендә еңеүсе

Ағиҙел ҡалаһы Башҡорт гимназияһының «Ҡараш» телестудияһы  «Тамыр селтәре» тип аталған  иң яҡшы мәктәп телестудияларының дүртенсе фестивалендә еңеү яуланы.

«Ҡараш» – мәктәп телестудияларының республика фестивалендә еңеүсе«Ҡараш» – мәктәп телестудияларының республика фестивалендә еңеүсе
«Ҡараш» – мәктәп телестудияларының республика фестивалендә еңеүсе

Гимназия уҡыусылары телестудия етәксеһе Лениза Фатхетдинова менән 11 декабрҙә бүләкләү церемонияһына саҡырылды. Унда бөтә республиканан йөҙләп бала ҡатнашты.

Йәш телевизионщиктар менән атаҡлы башҡорт режиссерҙары, монтаж режисерҙҙары һәм башҡа белгестәр оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Телеүҙәктең баш студияһында гимназия уҡыусылары «Тел һағында» номинацияһында еңеү дипломы менән бүләкләнде.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас