Ҡурай
+17 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
18 Декабря 2022, 08:47

Рафаил Яхин «Тел һаҡсыһы – рух һаҡсыһы» конкурсында беренселекте яуланы

Сара Башҡорт теле көнө уңайынан ойошторолғайны

Рафаил Яхин «Тел һаҡсыһы – рух һаҡсыһы» конкурсында беренселекте яуланыРафаил Яхин «Тел һаҡсыһы – рух һаҡсыһы» конкурсында беренселекте яуланы
Рафаил Яхин «Тел һаҡсыһы – рух һаҡсыһы» конкурсында беренселекте яуланы

«Башҡортостан» гәзите төркөмөндә Башҡорт теле көнө уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә иғлан иткән “Тел һаҡсыһы – рух һаҡсыһы” конкурсында, төрлө төбәктәрҙә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, ата-бабалары төйәгенә, кендек ҡаны тамған тыуған еренә һәр саҡ тоғро булып ҡалған, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән ҙур эштәр башҡарған, фиҙакәр хеҙмәте менән рухи мираҫыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыуҙа лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәткән, башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ иткән 16 әүҙем, рухлы милләттәшебеҙ ҡатнашты.

I урында – Яңауыл районы башҡортары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рафаил Заян улы Яхин.

Ҡотлайбыҙ!

Конкурс һөҙөмтәләрен ошо һылтанма буйынса инеп ҡарай алаһығыҙ: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll63848654d9b90c32bca90f9a

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас