+17 °С
Ясно


Яңы йылды төрлө илдә төрлөсә ҡаршы алалар. Ә бына Яңауыл ҡалаһының Еңеү урамы, 101-се күп ҡатлы йортонда йәшәүселәр байрамды бергә үткәрә.
Валентина Зайцева, Марина Анисимова, Светлана Саҙриева һәм башҡалар Яңы йылды иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторҙо. Уйын-көлкө, йыр-бейеү, әйлән-бәйлән – программа бик бай булды.