Ҡурай
+22 °С
Ясно

Беренсе тыуыу тураһында таныҡлыҡ бирелде

Ағиҙелдә яңы 2023 йылдың беренсе эш көнөндә беренсе тыуыу тураһында таныҡлыҡ бирелде.

Беренсе тыуыу тураһында таныҡлыҡ бирелдеБеренсе тыуыу тураһында таныҡлыҡ бирелде
Беренсе тыуыу тураһында таныҡлыҡ бирелде

Уны күп балалы атай Владимир Харланов алды. Фларида һәм Владимир Харлановтар ғаиләһендә 3 ғинуарҙа алтынсы бала тыуған. Беренсе биш бала гел ҡыҙҙар булғанлыҡтан, алтынсы бала малай булыуы үтә лә һөйөнөслө хәбәр булды. Малайға Александр тип исем ҡуштылар. ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре бәхетле атайға бүләк тә әҙерләгән.

Ағиҙел халҡы Харлановтарҙы өлгөлө ғаилә булараҡ белә. Владимир Балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбендә футбол буйынса тренер булып эшләй, Фларида  - элемтә өлкәһендә белгес.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас