+6 °С
Ясно


Тренерҙар Венер Мөхитов һәм Никита Петров һөйләүенсә, конькиға ҡарағанда быйма кейеп уйнауы ауырыраҡ икән.
Турнирҙа өс төрлө йәштәге командалар ҡатнашты. Улар командаларына сағыу исемдәр бирҙе: «Салауат Юлаев», «Торос» һәм «Ветерандар». Иң кесе хоккейсыға 10 йәш булһа, иң тәжрибәлеһенә 67 йәш ине.
Командаа түңәрәк система буйынса уйнаны, һәр береһенең еңергә мөмкинлеге бар ине. Әммә «Ветерандар» көслөрәк булды һәм беренсе урынды яуланы. Икесе урында «Салауат Юлаев» булды, «Торос» өсөнсө урында ҡалды.