Ҡурай
+11 °С
Облачно

Яңы йылға – яратҡан йырҙар менән

Ағиҙел ҡалаһы Үҙәк китапханаһында эшләп килгән "Аулаҡ өй" клубында Яңы йылды ҡаршыланылар.  

Яңы йылға – яратҡан йырҙар менәнЯңы йылға – яратҡан йырҙар менән
Яңы йылға – яратҡан йырҙар менән

Кисә йыр-моң, уйын-көлкө менән үтте. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға шиғыр һөйләргә, йыр йырларға теләүселәр күп булды.

Финәт Нурғәлиев менән Рәсим Төхбәтуллин 2022 йыл символы  Юлбарыҫ  һәм 2023 йыл символы Ҡуяндың алышын сәхнәләштерҙеләр. Зилә Нуртдинова менән Зиниә Ғәлиәхмәтова ике әбей тураһында кескәй спектакль уйнап күрһәттеләр.  Гармунсылар Юрист Фазлетдинов, Рәсим һәм Мөзәһит Төхбәтуллиндарға ҡушылып  Венера Ғәзизова, Флория Шакирова, Рәзифә Ғалина, Фәнисә Ғәбсәләмова, Зөлфиә Ғалина йырланы.

Кисә сәй табыны артында дауам итте һәм бик оҙаҡ барҙы – "Аулаҡ өйгә" килеүселәр йырҙарҙы бик күп белә һәм иртәнгә тиклем йырлай ала.  

 

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас