Ҡурай
-2 °С
Облачно

Фәүиә инәй Әхмәтова 90 йәшен билдәләй

Бөгөн ул ҡунаҡтар ҡабул итте

Добавить в предпочтительные источники Google
Фәүиә инәй Әхмәтова 90 йәшен билдәләйФәүиә инәй Әхмәтова 90 йәшен билдәләй
Фәүиә инәй Әхмәтова 90 йәшен билдәләй

Бөгөн, 10 ғинуарҙа, Яңауыл районы Яңғыҙ Нарат ауылынан Фәүиә инәй Әхмәтова 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

Уны оло байрамы айҡанлы яҡындары, ауыл хакимиәте, күршеләре, ауылдаштары тәбрикләне, артабан да һаулыҡта, балалар ҡыуанысында, тыныслыҡта йәшәүен теләне. Тормоштоң барлыҡ рәхәттәре менән бер рәттән күп ауырлыҡтарын күргән, һуғыш осоро балаһы ул. Аслыҡ-яланғаслыҡ, бөтөн ауырлыҡтарҙы ла күргәнгә, "Хәҙер тормош шул тиклем матур, ҡәҙерен белеп, матур ғүмер юлы үтегеҙ, тик донъялар ғына тынысланһын", - тип теләктәрен теләй ул йәштәргә.

Тормош иптәше менән ете йыл ғына йәшәп ҡалған, алты йыл элек берҙән-бер улын ерләгән. Бөгөнгө көндә Фәүиә инәй килене  менән көн итә. Бер нисә йыл элек өйҙәре янғас, улар яңы өй һала. Бөгөн унда бар уңайлыҡтар ҙа бар.

 

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас