+16 °С
Дождь


Махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташыбыҙҙың ҡыҙы тыуҙы. Ул унда уҙған йылдың сентябрь айында киткәйне. Шул сәбәпле ҡатыны менән бәпесте дауахананан ҡаршы ала алманы.
Яңауыл ҡалаһы хакимиәте башлығы Фирҙәүес Миндейәров Ләйсән Нәғим ҡыҙын был шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотларға килде. Ул матур теләктәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы, йәш ғаиләнең тиҙҙән ҡушылыуына ышанысын белдерҙе.