

Ағиҙел ҡалаһында Ленинград блокадаһы ветераны йәшәй, ул – Шарапов Иран Иман улы. Ул 1939 йылдың 14 майында тыуған. Блокада тураһында уның хәтирәләре бик аҙ, тарихты ул өлкәнәйгәс ныҡлап өйрәнә. Ҡала өҫтөнән фашист бомбардировщиктары осҡанда әсәһе менән бомбанан һаҡланыу урынына йүгергәнен генә хәтерләй.
Уның ғаиләһендә бөтәһе лә үлеп бөтә, ә Иран кесе балаларҙы Ладога аша эвакуациялағанға ғына иҫән ҡала.
Һуғыш бөтөп, күп йылдар үткәс, ул Ленинградҡа барып тыуған йортон эҙләп таба. Унда инде икенсе кешеләр йәшәй. Ул кешеләр Ирандың әсәһе йылыныр өсөн иҙәнгә түшәлгән бөтә паркетты буржуйкала яғып бөткәнен һөйләйҙәр. Уның ике ҡат пальто кейгән мәйетен туңып бөткән фатирҙа табалар. Иран бабай күп тапҡыр туғандары ерләгнән Пискарево зыяратына бара. Унда барған һайын фашистарҙың йөрәкһеҙлегенә аптырайым, ти ул.
Иран Иман улы һөнәре буйынса төҙөүсе булған, Ағиҙел ҡалаһында төҙөү бригадаһы бригадиры булып эшләгән.
18 ғинуар көндө уның фатирында гел ҡунаҡтар була. Быйыл да иҫтәлекле көнде уның менән бергә иҫкә алырға ҡала хакимиәте башлағының беренсе урынбаҫары Илүс Ялашев, ҡала депутаты Әлфиә Грифленкова, "Агидельводоканал" предриятиятиеһы белгесе Динар Ғарипов килә.
- Иран ағайҙың тормош һөйөүсәнлеге, тормош иптәше менән татыу йәшәүе йәштәр өсөн үрнәк, - ти Әлфиә Минулла ҡыҙы.