Ҡурай
-4 °С
Облачно

Ағиҙелдәр «Окоп шәме» акцияһына ҡушылды

Украиналағы махсус хәрби операцияһында ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам итеү акцияһына бөтә ҡала халҡы ҡушылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағиҙелдәр «Окоп шәме» акцияһына ҡушылдыАғиҙелдәр «Окоп шәме» акцияһына ҡушылды
Ағиҙелдәр «Окоп шәме» акцияһына ҡушылды

Күптән түгел ил буйынса бөтә ирекмәндәр окоп шәме яһай башланы. Уны яһар өсөн өсөн консервыланған йәшел борсаҡ, кукуруза, ҡуйыртылған һөт банҡалары, ҡатырға һәм парафин кәрәк. Банҡаларҙы йыйыу өсөн бер нисә йорт ихаталарында, учреждениеларҙа ҡумталар ҡуйылған. Теләгән кешеләр парафин һатып алыу өсөн аҡсалата ярҙам күрһәтә.

Был шәмдәрҙе  беренсе булып Академик Курчатов урамындағы 16 йортта йәшәүселәр яһанылар, аҙаҡ Ирекмәндәр штабы ла ҡушылды.

Шәмдәр күп итеп яһалғас, уларҙы гуманитар конвой менән махсус хәрби операция үткән зонаға ебәрәсәктәр.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас