

Фестивалдә барлығы биш килограмдан артыҡ балыҡ тотолдо. Беренсе урында Ағиҙел балыҡсыһы Рөстәм Рахимйәнов яуланы – ул 2,154 кг балыҡ тотто. Икенсе һәм өсөндө урында шулай уҡ Ағиҙел балыҡсылары Вадим Заһыртдинов менән Алмаз Абдуллин булды.
Шулай уҡ балыҡслар төрлө номинациялар буйынса бүләкләнде: иң етеҙ балыҡсы, иң ҙур балыҡ тотоусы, ғаилә йолаларын һаҡлаусы, иң өлкән балыҡсы, иң йәш балыҡсы, иң шәп балыҡ тотоусы ҡатын-ҡыҙ, иң шәп быраулаусы, һоҫҡоҫто иң йыраҡ ырғытыусы.
Сараны ойошторусы – физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге «Тыныс гавань» ял базаһы етәксеһе Фирүзә Обуховаға, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһенә һәм тәмле былау бешереүсе Венер Мөхитовҡа рәхмәтен бедерә.