Иҡтисади фәндәр кандидаты Раиса Сираева тыумышы менән Яңауыл районы Яңы Артаул ауылынан. Ул ике йөҙҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, ике уҡыу әсбабы, ике монография яҙған.
Уның хаҡында тулыраҡ бында уҡый алаһығыҙ.
Әйткәндәй, был дата 1999 йылда Рәсәй фәндәр академияһының 275 йыллығын билдәләгән көндәрҙә ил Президенты бойороғо буйынса тәүге тапҡыр үткәрелә.
Фән көнө менән билдәле ғалимдарҙы ғына түгел, мәктәп эскәмйәһенән фән серҙәре менән ҡыҙыҡһынған, шөғөлләнгән, төрлө олимпиада, конкурстарҙа уңышҡа өлгәшкән уҡыусыларҙы, студенттарҙы ла ҡотлайбыҙ.
Рәсәйҙә "Фән" милли проекты тормошҡа ашырыла.